HomeНовости«Урғаҙа тауышы» китабының исем туйы үтте «Урғаҙа тауышы» китабының исем туйы үтте Новости 7 февраля 2018 Администратор 935 0 Share it ! 2 февраль көнө ауыл мәҙәниәт йортонда Урғаҙа йылғаһы буйында йәшәп ижад иткән шағирҙарҙың ижад емеше тупланған «Урғаҙа тауышы» китабының исем туйы үтте. Кисәгә Урғаҙа, Байыш, Ҡарамалы, Сосновка ауылдарынан ижадсылар йыйылды. Кисәгә килгән тамашасыларға улар шиғырҙарын тәҡдим иттеләр. М.Минбагисов, Р. Ғәлина, Ф.Таштимерова үҙҙәре ижад иткән йырҙарын да тамашасы йылы ҡабул итте. Йыр — моңға, шиғырға бай кисәне ауыл китапханаһы ойошторҙо. Кисәне С.Алламоратова менән Х.Ҡылысова алып барҙылар.